11 декабрь, Йәкшәмбе

13 сентябрь 2016 йыл, 11:01

Рөстәм Хәмитов мосолмандарҙы Ҡорбан байрамы менән ҡотланы

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 12 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика мосолмандарын Ҡорбан байрамы менән ҡотланы.

«Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһы мосолмандары!

Һеҙҙе изге Ҡорбан байрамы менән ихлас ҡотлайым!

Ошо шатлыҡлы көндә диндарҙар мәсеткә йыйыла һәм именлек һорап доға ҡыла. Донъялағы бөтә диндәр өсөн мөһим ҡиммәттәр һаналған изгелек, һөйөү һәм мәрхәмәтлек беҙҙе рухи яҡтан нығыта, әхлаҡи яҡтан таҙарта.

Быуаттар дауамында төрлө милләт һәм дин вәкилдәре дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәгән Башҡортостанда Ҡорбан байрамы ҙурлап үткәрелә. Хаждың тамамланыуын белдергән ошо ваҡиға кешеләрҙе бер-береһенә яҡынайта, быуындарҙың рухи күсәгилешлеген нығыта.

Республикабыҙҙа дини низағтар юҡ һәм бер ҡасан да булманы. Мосолман өммәһе башҡа дин вәкилдәре менән бергә ғибәҙәт йорттарын төҙөү, хәйриәлек, мәғариф, йәш быуынды тәрбиәләү аша бай мәҙәни һәм рухи мираҫты арттыра.

Беҙҙең яҡ мосолмандарына ҡунаҡсыллыҡ һәм алсаҡлыҡ һәр саҡ хас булды. Йортобоҙ һәм күңелебеҙ ишектәре шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы уртаҡлашырға әҙер яҡындар, ысын дуҫтар өсөн асыҡ.

Һеҙгә һаулыҡ һәм именлек теләйем! Ошо байрам һәр ғаиләгә изгелек, тыныслыҡ һәм уңыштар алып килһен!», – тиелә ҡотлауҙа.