6 декабрь, Шишәмбе

13 сентябрь 2016 йыл, 9:43

Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡ халҡын ҡаланың 250 йыллығы менән ҡотланы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 11 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышында ҡаланың барлыҡҡа килеүенә 250 йыл тулыуға арналған тантанала ҡатнашты.

Рөстәм Хәмитов ҡала халҡын мөһим ваҡиға менән ҡотланы һәм Стәрлетамаҡтың үҫешенә ҙур өлөш индергән кешеләргә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

– Стәрлетамаҡ Рәсәйҙең ил тарихында мөһим роль уйнаған терәк ҡалаларының береһе тип әйтергә мөмкин. Күп йылдар буйына Илек тоҙо 1766 йылда Екатерина II указы буйынса төҙөлгән Стәрлетамаҡ пристане аша илдең үҙәк төбәктәренә оҙатыла. Һуңынан ҡала өйәҙ статусын ала. Граждандар һуғышының һынылышлы йылдарында Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһының баш ҡалаһы була, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн Стәрлетамаҡ – Башҡортостандың ҙурлығы һәм ҡеүәте буйынса икенсе сәнәғәт, мәҙәни, белем биреү үҙәге. Тап ҡаланың предприятиелары арҡаһында республика илебеҙҙәге химия тармағы флагмандарының береһе статусын һаҡлап ҡала.

Республика Башлығы предприятиеларҙың инвестиция әүҙемлеге артыуын билдәләне. Быйыл алты айҙа инвестициялар күләме 50 миллиард һум самаһы тәшкил иткән, был уҙған йылдағы күрһәткестәрҙән 22 процентҡа күберәк. Дөйөм алғанда, һуңғы биш йылда ҡала иҡтисадына йәлеп ителгән инвестициялар 45 миллиард һумдан артҡан.

– Ҡаланың үҫеш ҡеүәте ҙур. Үҫеш, ҡыйыу идеялар өсөн мөмкинлектәр бар. Тап Стәрлетамаҡта йәшәргә, ғаилә ҡорорға теләгән йәштәр күп. Һуңғы сирек быуат эсендә стәрлетамаҡтар яҡынса 30 мең кешегә артҡан. Бөгөн ҡалала 280 мең самаһы кеше йәшәй һәм эшләй. Ул 70-тән ашыу милләт вәкиле өсөн тыуған йортҡа әүерелде. Бында килге генә килеп тора. Ҡалала уңайлы шарттар етерлек, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе. – Халҡы алсаҡ, тәртипле, яуаплы. Улар менән осрашҡанда, яңы объекттарҙа, төҙөлөштәрҙә булғанда быға тағы ла бер тапҡыр инандым. Эштәрен яратып башҡарыуҙары күренеп тора. Лайыҡлы хеҙмәтегеҙ һәм тормошҡа ыңғай ҡарашығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.

Сығыштың тулы стенограммаһы һәм бүләкләнеүселәр исемлеге республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.