4 декабрь, Йәкшәмбе

09 сентябрь 2016 йыл, 18:00

Өфө ҡыҙы ТНТ каналының «Бейеүҙәр» проектында ҡурай моңо аҫтында сығыш яһаны

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфө ҡыҙы Нәркәс Юлдашева ТНТ каналының «Бейеүҙәр» проектында әсәһе Гүзәл Исламғолова-Юлдашева ҡуйған «Хан ҡыҙы» бейеүен башҡарҙы. Уға атаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған ҡурайсы Роберт Юлдашев ҡушылып уйнаны. Нәркәстең милли кейеме, ҡурай моңо сығышҡа сағыу биҙәк һәм үҙенсәлек өҫтәне.

«Ошо проект ойошторолғас та унда ҡатнашыу — башҡорт мәҙәниәтенең матурлығын һәм байлығын күрһәтеү теләге тыуҙы. Тап милли бейеү менән сығыш яһарға теләнем, — тип һөйләне Нәркәс. — Проектты ойоштороусылар әйтеүенсә, бик үҙенсәлекле килеп сыҡты».

Жюри составында илебеҙҙең билдәле хореографтары Егор Дружинин, Мигель, актер Сергей Светлаков һәм «Шаг вперед» фильмын ҡуйыусы Филипп Пакман эшләй. Тапшырыу иртәгә, 10 сентябрҙә, ТНТ каналында киске 10-сы яртыла эфирға сыға.

темалар: телепроект, ТНТ