Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Сәғүд Ғәрәбстанында ғибәҙәт ҡылыусылар Дәүләт Думаһына һайлауҙа ваҡытынан алда тауыш бирә ала

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Сәғүд Ғәрәбстанына хаж ҡылырға барыусылар Дәүләт Думаһына һайлауҙа ваҡытынан алда тауыш бирә ала. Изге ергә республиканан яҡынса 250 диндар юлланды.

13 сентябрҙә ғибәҙәт ҡылыусылар Джидда ҡалаһындағы генераль консуллыҡта тауыш бирә ала. Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы сит илдә, атап әйткәндә, Сәғүд Ғәрәбстанында хаж ваҡытында, һайлаусыларҙың айырым төркөмдәре өсөн алдан тауыш биреү үткәрергә рөхсәт итте, тип хәбәр итә ТАСС.

18 сентябрҙә Дәүләт Думаһына һайлау ҡатнаш система буйынса уҙғарыла: 225 депутат — партия исемлеге, 225-е бер мандатлы округтар буйынса һайлана. Башҡортостанда Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауға алты бер мандатлы округтар буйынса 50 кандидат теркәлгән. Бер урынға 8-9 кеше дәғүә итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть