7 декабрь, Шаршамбы

09 сентябрь 2016 йыл, 17:16

Башҡортостан игендең уңышы буйынса Волга буйы федераль округында 10-сы урын биләй

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан иген культураларының уңышы буйынса Волга буйы федераль округында 10-сы һәм һуғылған майҙандар буйынса икенсе урын биләй. Округта гектарынан уртаса уңыш — 20,3, Башҡортостанда 18,9 центнер тәшкил итте.

Ил буйынса 110-116 миллион тонна күләмендә рекордлы тулайым иген йыйыу көтөлә. Гектарынан уртаса уңыш 28 центнер тәшкил итә. Был хаҡта республика Хөкүмәте ултырышында хәбәр иттеләр.

«Ҡатмарлы һауа шарттарына ҡарамаҫтан, 11 райондың ауыл хужалығы предприятиелары 100 мең тоннанан ашыу иген йыйып алды, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов. — Киләһе йылда гектарынан уртаса 20 центнер уңыш алырға ниәтләйбеҙ».  

Быйыл Саҡмағош районы уңыш буйынса беренсе урында. Унда һәр гектарҙан 30,5 центнер иген йыйып алынған, 16 район аграрийҙары гектарынан 20 центнерҙан ашыу уңыш алған.

Хәйбулла һәм Баймаҡ районы хужалыҡтары ла игендән яҡшы уңыш йыйған. Ошо ике район республикаға яҡынса 300 мең тонна иген тапшырасаҡ.

Бөгөнгә майҙандарҙың 98 проценты һуғылған. 35 мең гектарҙан ашыуыраҡ ерҙә йыйып алырға ҡалған. Волга буйы федераль округында сәсеү майҙандарының 88 проценты һуғылған.