11 декабрь, Йәкшәмбе

09 сентябрь 2016 йыл, 16:36

Өфөләрҙе бал йәрминкәһенә саҡыралар

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 10 сентябрҙә баш ҡаланың Иван Яҡутов исемендәге паркында республика умартасылары ҡатнашлығында «Баллы төбәк» йәрминкәһе ойошторола.

Унда балдың сифатын һәм төрөн тикшерергә, умартасылыҡ буйынса һорауҙар бирергә һәм бушлай кәңәштәр алырға мөмкин. Һорауҙарға Башҡорт дәүләт аграр университеты профессорҙары, шулай уҡ  ветеринар-санитар экспертиза лабораторияһы вәкилдәре яуап бирә. Бынан тыш, бал йәрминкәһендә оҫталыҡ дәрестәре ойошторола, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Йәрминкә иртәнге сәғәт 10-да башлана.

темалар: йәрминкә, бал