5 декабрь, Дүшәмбе

09 сентябрь 2016 йыл, 16:20

Баш ҡалала «саҡырыу буйынса өләсәйҙәр» баланы мәктәптән алырға ярҙам итәсәк

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Тиҙҙән Өфөлә яңы хеҙмәт барлыҡҡа киләсәк. Өсөнсө быуын халыҡ университеты «Бер сәғәткә өләсәй» проектын тәҡдим итә. Пенсионерҙар баланы мәктәптән алырға, ашатырға һәм уның менән өйгә эште башҡарырға ярҙам итәсәк.

«Әле 20 кеше уҡый. Дәрестәр бөтә йүнәлештәр буйынса ойошторолған. Балалар психологияһынан алып юридик яҡтан грамоталылыҡҡа тиклем. Беҙ уҡыусыларҙың ғүмере өсөн яуаплылыҡ алабыҙ, шуға күрә хеҙмәткәрҙәребеҙ күп мәсьәләләр буйынса компетентлы булырға тейеш», — тип билдәләне «Башҡортостандың өсөнсө быуын халыҡ университеты» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Рафиҡ Хәйҙәров.

Баланы мәктәптән алған пенсионерҙар уны Халыҡ университеты офисына (Коммунистик урамы, 39) килтерә. Бында төшкө аш ҡаралған, ял итеү һәм өйгә эште башҡарыу өсөн махсус бүлмәләр булдырылған. Түңәрәктәр асыу күҙаллана, уларҙы халыҡ университеты тыңлаусылары алып барасаҡ.

Ойоштороусылар әлеге проектҡа ентекле әҙерләнгән. Яҡтар араһында килешеү төҙөләсәк, шуға күрә ата-әсәләр өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарға балаларын ышанып тапшыра ала.

Рафиҡ Хәйҙәров әйтеүенсә, эш хаҡы хеҙмәттең төрө, дауамлылығы буйынса билдәләнә. Көнөнә — 200-300 һум тирәһе, айына ете-һигеҙ мең самаһы тәшкил итәсәк.

Һорауҙарҙы 272-04-81, 276-76-46 телефондары буйынса бирергә мөмкин. «Башҡортостан пенсионеры» порталында, социаль селтәрҙәрҙә «Халыҡ университеты» төркөмөндә лә мәғлүмәттәр бар.

Тиҙҙән «Икенсе йәшлек» сайты эшләй башлай, унда проектта ҡатнашыусылар хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт тупланған.