4 декабрь, Йәкшәмбе

09 сентябрь 2016 йыл, 15:39

Өфөлә Башҡорт драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Гөлли Мөбәрәковаға мөхәббәтен белдерҙе

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Гөлли Мөбәрәковаға мөхәббәтен белдерҙе. Бөгөн, 9 сентябрҙә, ул, легендар актрисаны 80 йәше менән ҡотлап, А.С.Пушкиндың «Я помню чудное мгновенье» шиғырын уҡыны.

«Бөгөн һеҙҙе тере легендаға тиңләргә мөмкин. Иң ҡыуаныслыһы — һеҙ беҙҙең менән сәхнәгә сығаһығыҙ. Беҙ, хеҙмәттәштәрегеҙ һәм уҡыусыларығыҙ, һеҙҙең менән бер сәхнәлә эшләүебеҙгә шатбыҙ. Һеҙҙән оҫталыҡ дәрестәре һәм илһам алабыҙ», — тине Олег Закир улы һәм Мәҙәниәт министрлығының ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе.

Актрисаның тыуған көнөндә бөтә коллектив театрҙың ҙур залына йыйылды. Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Сара Буранбаева, актер Руслан Хайсаров өлкән коллегаларына шиғыр уҡыны, актер Юнир Ҡоланбаев «Йәнбикә» спектакленән йыр башҡарҙы. Бер аҙ тулҡынланыу кисергән Гөлли Мөбәрәкова хеҙмәттәштәренә рәхмәт әйтте һәм йәш сағында булған ҡыҙыҡлы хәлде: Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең мәҙәниәт һарайында «Аҡ сирендәр» спектакленә һуңлауы һәм бының өсөн шелтә алыуы хаҡында һөйләне.

«Тормошта төрлө хәлдәр була. Танылған артистарыбыҙ менән сәхнәгә сығыу, уларҙан оҫталыҡҡа өйрәнеү иң ҡәҙерле мәлдәр булды. Быны уҡыусыларыма ла тапшырырға тырышам. Сәнғәткә тоғро булырға кәрәк, һәм ул үҙеңә йөҙләтә әйләнеп ҡайтасаҡ», — тип билдәләне Гөлли Мөбәрәкова.

Башҡорт академия драма театры музейында актрисаның юбилейына һәм Мөбәрәковтар династияһына арналған  «Мөбәрәковтар: бәхетле ижад юлдары» исемле күргәҙмә асылды.

Бөгөн актриса үҙенең юбилейын сәхнәлә билдәләй. Шишмә районының мәҙәниәт һарайында «Ҡаһым түрә» спектакле сәхнәләштерелә, унда Гөлли Мөбәрәкова Әсә ролен башҡара.

15 сентябрҙә Өфөгә режиссер Сюзанна Ооржак килә һәм «Сәйер миссис Сэвидж» спектакленең репетициялары башлана. Премьера 17-18 ноябргә билдәләнгән.