10 декабрь, Шәмбе

09 сентябрь 2016 йыл, 13:01

Республика йыйылма командаһы Ҡырғыҙстанда Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйынында 10 миҙалға лайыҡ булды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Ҡырғыҙстанда уҙған Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйыны йомғаҡтары буйынса, Башҡортостандың йыйылма командаһы туғыҙынсы урын алды, 10 миҙал яуланы. Спортсыларыбыҙ бер алтын, өс көмөш һәм алты бронза миҙалға лайыҡ булды. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Рөстәм Арыҫланов ҡаҙаҡ көрәшендә алтын миҙал алды. Ул 90 килограмдан ашыу ауырлыҡ үлсәмендә беренсе урын яуланы.

Тәүге урында — Ҡырғыҙстан командаһы (бөтәһе 79 миҙал: 25 алтын, 25 көмөш, 29 бронза), икенселә — Төркмәнстан (24 миҙал: 15; 3; 6), өсөнсөлә Ҡаҙағстан (38 миҙал: 12; 13; 13).

Башҡортостан вәкилдәре миҙал зачетында Татарстан, Монголия, Төркиәнең, башҡа илдәрҙең һәм төбәктәрҙең йыйылма командаларын уҙып китте.

3 – 8 сентябрҙә Ҡырғыҙстанда Ысыҡкүл буйындағы Чолпан-Ата ҡалаһында Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйыны уҙҙы. Ярыштарҙа 53 илдән спортсы ҡатнашты.