Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктә 16 страховка компанияһы «Берҙәм агент» системаһы аша ОСАГО полистарын һата

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Рәсәй автостраховкалаусылар союзы үҙенең сайтында «Берҙәм агент» системаһы аша ОСАГО полистары һатылған урындар исемлеген баҫтырып сығарҙы. Унда 397 адрес тураһында мәғлүмәт бар. Башҡортостанда 16 страховка компанияһы 25 адрес буйынса ОСАГО полистарын һата.

«Беҙ илдең берҙәм агент системаһы эшләй башлаған туғыҙ субъектында компанияларҙан кәрәкле мәғлүмәттәр йыйҙыҡ. Хәҙер автоһәүәҫкәрҙәргә үҙ төбәгендә агент булып сығыш яһаған һәм коллегаларының ОСАГО полистарын һатҡан страховкалаусының адресын эҙләргә кәрәкмәй», — тине Бөтә Рәсәй страховкалаусылар союзы һәм Рәсәй автостраховкалаусылар союзы президенты Игорь Юргенс.

Илдең ҡайһы бер төбәктәрендә ОСАГО полистарына бәйле проблемалар килеп тыуғанлыҡтан, Рәсәй автостраховкалаусылар союзы ОСАГО хеҙмәттәрен күрһәтеү буйынса эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәре сиктәрендә килешеү әҙерләне. Уға ярашлы, ошондай төбәктәрҙә филиалдары булған страховкалаусылар Рәсәй автостраховкалаусылар союзы ағзалары исеменән агент сифатында ОСАГО полистарын һата. Килешеү 2 августан үҙ көсөнә инде.

Тәүҙә проект Волгоград, Мурманск, Ростов, Силәбе өлкәләрендә һәм Краснодар крайында эшләй башланы. 24 августа уларға Иванов өлкәһе, 30-да Башҡортостан, Татарстан һәм Архангельск өлкәһе ҡушылды. Ошо ваҡыт эсендә 22 мең ОСАГО килешеүҙәре төҙөлдө.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть