8 декабрь, Кесе йома

09 сентябрь 2016 йыл, 11:09

Башҡортостан паралимпиясылары Мәскәү янындағы Паралимпиадала миҙалдар яуланы

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Башҡортостан спортсылары Мәскәү янында бөтә Рәсәй ярыштарында яҡшы сығыш яһаны. Йөҙөүсе Анна Крившина икенсе дистанцияны ла донъя рекорды менән тамамланы. Ул арҡаға ятып 100 метрға йөҙөүҙә беренсе булды — 1.06,07 минут.

«Мин ошо ике рекордты Риола ҡуйырға теләгәйнем, — тип һөйләне Анна Крившина «Р-Спорт» агентлығына. — Илебеҙҙең йыйылма командаһын Уйындарҙан ситләтеү тураһында яңылыҡ миңә артабан әҙерләнергә һәм бөгөн шундай һөҙөмтәләр күрһәтергә ҡамасауламаны. Рио-де-Жанейролағы Паралимпиадала ла шул һөҙөмтәгә ирешер инем. Ошо турнирҙы ойошторғандары, үҙ көсөбөҙҙө күрһәтергә мөмкинлек биргәндәре өсөн ил Хөкүмәтенә рәхмәт», — тине Анна Крившина.

Еңел атлетикала Алексей Лабзин, Елена Паутова, Андрей Каптев алтын миҙалға лайыҡ булды.

Светлана Кулинич-Сорокина һөңгө ырғытыу буйынса ярышта иң яҡшыһы тип танылды. Алина Сәмиғуллина иң яҡшы ваҡыт күрһәтте.