10 декабрь, Шәмбе

09 сентябрь 2016 йыл, 9:52

Пенсионерҙарға компенсация түләүҙәре өсөн республикаға 5,7 миллиард һум кәрәк буласаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Киләһе йылдың ғинуар айында республикала йәшәгән 1,153 миллион пенсионерға бер тапҡыр компенсация түләү өсөн Башҡортостанға 5,7 миллиард һумдан ашыу аҡса кәрәк буласаҡ. Был хаҡта Рәсәй Пенсия фондының идара ағзаһы, Башҡортостан буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров хәбәр итте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һәр пенсионер, эшләйме-эшләмәйме, ғинуар пенсияһы менән бергә 5 мең һум аҡса аласаҡ. Дөйөм алғанда, илдәге 43 миллион пенсионерға аҡса түләнә.

Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, бындай түләү Рәсәй биләмәһендә даими йәшәгән пенсионерҙар өсөн ҡаралған.

Быйыл илдең Пенсия фонды түләгән пенсияларҙың бөтә төрҙәре 4 процентҡа индексацияланды. Өҫтәүенә эшләмәгән пенсионерҙарҙың страховка пенсиялары индексацияланды.

Февраль айында индексациялау һөҙөмтәһендә Башҡортостанда страховка пенсияларының уртаса күләме 12 474 һум тәшкил итте. Йыл башынан пенсия түләү өсөн 117 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Пенсиялар һәм социаль түләүҙәр ваҡытында һәм тулы күләмдә финанслана, тип билдәләнеләр Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә.

2017 йылдан пенсия элекке тәртип буйынса индексациялана.