4 декабрь, Йәкшәмбе

08 сентябрь 2016 йыл, 18:24

Баш ҡалала танылған бейеүсе Рим Әбделмәновты юбилейы менән ҡотланылар

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең балет уҡытыусыһы Рим Әбделмәновты ҡотланылар. Кисә танылған бейеүсе, сәхнә ветераны, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, БАССР-ҙың халыҡ артисы 60 йәшен билдәләне.

Республиканың Мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты хеҙмәткәрҙәре һәм үҙенең коллективы юбилярға йылы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.

«Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең солисы булараҡ, һеҙ коллективтың кимәлен һәм статусын даими күтәреүгә бөтә ғүмерегеҙҙе арнағанһығыҙ. Бейеү аша халҡыбыҙҙың данлы тарихын, рухи байлығын сағылдырҙығыҙ, донъяның төрлө илдәрендә йәшәүселәрҙе башҡорт сәнғәте менән таныштырҙығыҙ. Сәхнәлә тыуҙырған һәр образығыҙ ҡабатланмаҫ булыуы һәм бөйөклөгө менән айырыла», — тиелә ҡотлау хатында.

Белешмә. Рим Сәлимйән улы Әбделмәнов 1956 йылдың 7 сентябрендә Ғафури районының Ҙур Ибраһим ауылында тыуған. 1996 йылда Рәсәйҙең Театр сәнғәте академияһын тамамлаған. 1973 йылдан — Ф.Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1989 йылдан уҡытыусы-репетитор булып эшләй. Көнсығыш иҡтисад, гуманитар фәндәр, идара итеү һәм хоҡуҡ институты доценты, Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры.

Рим Әбделмәнов «Азамат», «Гөлнәзирә», «Еҙ үксә», «Салауат», «Төньяҡ амурҙары», «Һунарсы» бейеүҙәрендә яңғыҙ партиялар башҡарыусы булараҡ танылған.