9 декабрь, Йома

08 сентябрь 2016 йыл, 16:42

Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумы үтә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 30 ноябрҙән 2 декабргә тиклем Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумы үтә. Тейешле бойороҡҡа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы. ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең икенсе бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумын үткәреү буйынса ойоштороу комитетын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов етәкләне.

Ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары итеп Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов тәғәйенләнгән. Уның составына шулай уҡ Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы эшлекле советының башҡарма секретары Сергей Канавский, Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Азат Фазлыев һәм башҡалар инде.

Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 15 сентябргә тиклем ойоштороу комитеты саралар планын раҫларға, 30 сентябргә ҡәҙәр сығымдар сметаһын билдәләргә тейеш.

2015 йылдың 21-23 октябрендә Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең беренсе бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумы уҙҙы. Унда 22 илдән 1400 кеше ҡатнашты.