3 декабрь, Шәмбе

08 сентябрь 2016 йыл, 12:23

Республика Башлығы Баймаҡ районында мәҙәни-белем биреү комплексында булды

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 7 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Баймаҡ районына эш сәфәре барышында Икенсе Этҡол ауылында 132 урынлыҡ мәктәпте һәм фельдшер-акушерлыҡ пунктын үҙ эсенә алған мәҙәни-белем биреү комплексында булды.

Былтыр файҙаланыуға тапшырылған беренсе сираттағы объекттың хаҡы 126 миллион һум тәшкил иткән. Төҙөлөштө финанслау Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған.

Рөстәм Хәмитов белем усағының уҡыу йылына әҙерлеген баһаланы, спорт залын, кабинеттарҙы, кулинария, металл һәм ағас эшкәртеү оҫтаханаларын ҡарап сыҡты, уҡытыусылар һәм уҡыусылар менән аралашты.

Фельдшер-акушерлыҡ пунктында төбәк етәксеһе табиптарҙың эш шарттары, кабинеттарҙы йыһазландырыу менән ҡыҙыҡһынды. Бында шулай уҡ стоматология һәм гинекология кабинеттары ла ҡаралған. Аҙнаһына бер тапҡыр район үҙәгенән белгестәр килә.

Эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов шулай уҡ Күлтабан ауылында һөтсөлөк-тауар фермаһында, Икенсе Этҡол ауылында Дәүләкән аяҡ кейеме фабрикаһының бүлендек предприятиеһында, Темәс тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында булды.