4 декабрь, Йәкшәмбе

08 сентябрь 2016 йыл, 11:48

Рөстәм Хәмитов Сибайҙа етем балаларға яңы фатир асҡыстарын тапшырҙы

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 7 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Сибайға эш сәфәре барышында етем балаларға яңы фатир асҡыстарын тапшырҙы һәм өй туйлаусылар менән аралашты.

Объекттың хаҡы 20,6 миллион һум тәшкил итте, шул иҫәптән Башҡортостан Торлаҡ төҙөлөшө үҫеше фондынан 6,5 миллион һәм республика ҡаҙнаһынан 14 миллион һум аҡса йүнәлтелде. Яңы йорттан авария хәлендәге торлаҡта йәшәгән 32 кеше фатир аласаҡ. Дүрт бер бүлмәле фатир ата-әсә ҡарауынан ҡалған балалар өсөн тәғәйенләнгән. Ҡалған 13 фатир квадрат метры 31,9 мең һумға һатыуға ҡуйылған.

Етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса республика программаһы сиктәрендә 2016 йылда Сибайға федераль һәм республика ҡаҙнаһынан 15 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән, улар яңы йорттарҙы өлөшләтә төҙөүҙә ҡатнашыуға йүнәлтелгән.

– Сибайҙа ғына түгел, бөтә республика ошондай эш алып барыла. Сират даими кәмер, тип ышанам, – тине Рөстәм Хәмитов. – Хәйер, был бюджет өсөн арзан түгел. Йыл һайын беҙ шундай эшкә 700-800 миллион һум аҡса бүләбеҙ. Шуға ҡарамаҫтан, ошо эшмәкәрлекте дауам итәсәкбеҙ, сөнки был – беҙҙең бурысыбыҙ.

Фатирҙарҙы ҡарағандан һуң республика Башлығы эргә-тирәләге йорттарҙа йәшәүселәр менән биләмәне төҙөкләндереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Улар әйтеүенсә, йорт янында юлдар, ямғыр канализацияһы төҙөргә кәрәк. Улар был мәсьәләне үҙ көстәре менән хәл итә алмай.

Рөстәм Хәмитов ҡала етәкселегенә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хәлгә төшөнөргә ҡушты.