8 декабрь, Кесе йома

08 сентябрь 2016 йыл, 9:44

Башҡортостандың йыйылма командаһы Мәскәү янында паралимпиясылар турнирында ҡатнаша

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандың йыйылма командаһы Мәскәү янында паралимпиясылар турнирында ҡатнаша. 7 сентябрҙә Красногорскиҙа Рио-де Жанейролағы Паралимпиаданан ситләтелгән Рәсәй спортсылары өсөн ярыштарҙы асыу тантанаһы булды.

Турнир 8-9 сентябрҙә Мәскәү өлкәһендә «Новогорск» һәм «Озеро Круглое» уҡыу-күнекмә үҙәктәре майҙансыҡтарында, шулай уҡ башҡа спорт базаларында уҙа.

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ярышта республиканан 13 спортсы ҡатнаша.

«Беҙҙең паралимпиясылар унда күнекмә үтеп, Бразилияға осорға тейеш ине, — тип аңлатма бирҙеләр ведомствола. — Башҡортостан вәкилдәре дүрт спорт төрөндә сығыш яһай. Еңел атлетикала — Андрей Жирнов, Андрей Коптев, Анна Кулинич-Сорокина, Алексей Лабзин, Елена Паутова һәм Алина Сәмиғуллина, йөҙөүҙә Михаил Зимин, Анна Крившина, Богдан Мозговой һәм Артур Сәйфетдинов миҙал өсөн көрәшәсәк. Фехтовальщиктар араһында — Альберт Камалов һәм Тимур Хәмәтшин, өҫтәл теннисы буйынса Елена Прокофьева миҙалға иҫәп тота ала».  

Ҡатнашыусылар 18 спорт төрөндә көс һынаша: академик ишеү, байдаркала һәм каноэла ишеү, еңел атлетика, пауэрлифтинг, йөҙөү, пуля менән атыу, уҡтан атыу, велоспорт, волейбол, голбол, дзюдо, ат спорты, өҫтәл теннисы, коляскалы теннис, триатлон, фехтование, мини-футбол һәм церебраль фалиж сирлеләрҙең футболы.

Илдең инвалид спортсылары өсөн ярыштар ойоштороу тәҡдиме менән Рәсәй Президенты Владимир Путин сығыш яһаны.