6 декабрь, Шишәмбе

07 сентябрь 2016 йыл, 17:28

Өфөләрҙе төрлө профилле вакансиялар йәрминкәһенә саҡыралар

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 8 сентябрҙә Өфөлә һаулыҡ һаҡлау һәм социаль хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһе ойошмалары өсөн вакансиялар йәрминкәһе уҙғарыла. Йәрминкәлә 25 эш биреүсе ҡатнаша. Улар 300-ҙән ашыу буш эш урыны тәҡдим итә.

Вакансиялар араһында табиптар һәм шәфҡәт туташтары, администратор, страховка агенты, водитель, консультант, менеджер, уҡытыусы, ашнаҡсы, санитар, электрик, слесарь-электрик, страховкалау буйынса белгес бар.

Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты: Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем.

Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә.