10 декабрь, Шәмбе

07 сентябрь 2016 йыл, 16:23

Сибайҙа Өсөнсө быуын халыҡ университеты Урал аръяғы пенсионерҙары өсөн Асыҡ ишектәр көнө уҙғара

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 8 сентябрҙә «Пенсионерҙар өсөн мобиль халыҡ университеты» проекты сиктәрендә Сибай ҡалаһының Пионерҙар йортонда Асыҡ ишектәр көнө ойошторола. Был хаҡта Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итә. Сараны «Өсөнсө быуын халыҡ университеты» социаль үҙәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы тормошҡа ашыра.

Уҙған йыл аҙағында ойошма Рәсәй Президентының 2,8 миллион һумдан ашыу грантын отто. Был аҡсаға микроавтобус һатып алынған. Хәҙер Халыҡ университетында белем алған өлкән йәштәге кешеләрҙең алыҫ райондарға сығыу мөмкинлеге бар. Ҡаланан алыҫта йәшәүселәр инглиз телен, компьютер грамотаһына, эбру сәнғәтенә, башҡа һөнәрҙәргә өйрәнә ала.

«Өсөнсө быуын халыҡ университеты» социаль үҙәге Әбйәлил, Йылайыр, Ейәнсура, Баймаҡ, Хәйбулла райондарында һәм Сибай ҡалаһында йәшәгән оло быуын вәкилдәрен Асыҡ ишектәр көнөнә саҡыра. Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана. Бәйләнеш өсөн телефон: 8-917-346-65-24.