4 декабрь, Йәкшәмбе

07 сентябрь 2016 йыл, 15:43

Валерий Исхаҡов республика иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Валерий Исхаҡов Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Ул һатып алыуҙар, республика заказсылары эшмәкәрлегенә мониторинг үткәреүҙе ойоштороу өлкәһендә контракт системаһын көйләү мәсьәләләре өсөн яуап бирә. Бынан тыш, уға дәүләт һәм муниципаль заказсылар өсөн тәьмин итеүселәр билдәләүҙең үҙәкләштерелгән системаһын үҫтереүгә бәйле бурыстар йөкмәтелгән.

Валерий Рим улы Исхаҡов 1979 йылда Ишембай ҡалаһында тыуған. 2001 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетын «бик яҡшыға» тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2002 йылда Башҡортостандың Иҡтисад һәм монополияға ҡаршы сәйәсәт министрлығында әйҙәүсе белгес булып башлай.

2010-2015 йылдарҙа Башҡортостандың Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһын биләй. 2015-2016 йылдарҙа — республиканың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары.