Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Өфө «Донъя йүгереүе» халыҡ-ара факел эстафетаһын ҡаршылай

Спорт

ӨФӨ, 2016 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

21 сентябрҙә Өфө «Донъя йүгереүе» халыҡ-ара факел эстафетаһын ҡаршылай. Сара көндөҙгө сәғәт 1-ҙә Еңеү паркында уҙа. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, илдең Европа өлөшөндә, Урал һәм Себер сигендә урынлашҡан баш ҡалала эстафетаны ябыу тантанаһы була.

«Донъя йүгереүе» — халыҡ-ара тыныслыҡ, дуҫлыҡ һәм үҙ-ара аңлашыу факел эстафетаһы, ул кешеләрҙе гармонияға һәм берҙәмлеккә ынтылыштарында берләшеүгә рухландыра. Төрлө илдәрҙең йүгереүселәре, Донъя факелын тотоп, АҠШ, Европа, Канада, Япония, Австралия, Яңы Зеландия, Бразилия, Аргентина, Африка һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәре биләмәләре буйлап йүгерә.

Рәсәйҙә эстафета Владивосток, Севастополь, Пермь, Мәскәү ҡалаларында башлана һәм уның оҙонлоғо яҡынса 19 000 саҡрым тәшкил итә. Илдең Көнсығыш тармағы командаһы — Ҡытай, Монголия һәм Ҡаҙағстан, Көнбайыш тармағы командаһы Финляндия менән сиктә, шулай уҡ Белоруссияла халыҡ-ара Европа командаһы менән осраша.

Белешмә. 1987 йылда эстафета ойошторолғандан алып унда алты миллиондан ашыу кеше ҡатнашҡан. Шул ваҡыттан алып факел Европа, Азия, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америка, Африка һәм Австралия ҡитғаларындағы 140-тан ашыу илдә булған. «Донъя йүгереүе» факел эстафетаһының идея авторы — Шри Чинмой (1931-2007) — йәмәғәт эшмәкәре, күп яҡлы ижади шәхес, спортсы һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаусы булараҡ яҡшы билдәле.

Рәсәйҙә «Донъя йүгереүе» 1991 йылдан уҙғарыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть