7 декабрь, Шаршамбы

07 сентябрь 2016 йыл, 13:00

Төбәктең Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы һайлаусылар менән «тура бәйләнеш» үткәрә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев республика һайлаусылары менән тура бәйләнешкә сыға. 8 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 3-тән 8-800-347-54-54 телефоны буйынса шылтыратып, уға һорау бирергә мөмкин. Үҙәк һайлау комиссияһында төрлө кимәлдәге һайлауҙарҙа ҡатнашыуға бәйле проблемалы мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерергә ярҙам итәсәктәр.

Атап әйткәндә, Межгорье ҡалаһынан тыш, һигеҙ ҡала округтары Советына (Ағиҙел, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Өфө); 54 муниципаль район һәм 10 ҡала биләмәһе Советтарына (Баймаҡ, Бәләбәй, Благовещен, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ишембай, Мәләүез, Туймазы, Учалы, Яңауыл); Асҡын, Белорет, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Ҡалтасы, Кушнаренко, Мәләүез, Нуриман, Салауат райондарындағы 41 ауыл биләмәһе Советтарына депутаттар һайлау була. 2-се Инорс бер мандатлы һайлау округы һәм 19-сы Нарыш бер мандатлы һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын өҫтәмә һайлау тәғәйенләнгән.