7 декабрь, Шаршамбы

07 сентябрь 2016 йыл, 11:41

Баш ҡала студияһы «Арт Вижн» халыҡ-ара конкурсының финалына сыҡты

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөнән «ShowTime» студияһы «Арт Вижн» халыҡ-ара конкурсының финалына сыҡты. Республика вәкилдәре «Мәскәү фабрикаһы» эшен тәҡдим итә.

23-27 сентябрҙә «Круг Света» VI Мәскәү халыҡ-ара фестивале барышында 17 илдән бөтәһе 49 ҡатнашыусы үҙҙәренең эше менән таныштыра. Еңеүселәрҙе донъяла танылған яҡтылыҡ дизайнеры Патрик Вудрофф етәкселегендәге халыҡ-ара жюри билдәләй. «Арт Вижн» конкурсы майҙансыҡтарына инеү бушлай.

Конкурста компьютер графикаһы, видео төшөрөү, аудиовизуаль тәьҫир һәм күләмле проекциялар буйынса белгестәр ҡатнаша. Сара йылдан-йыл күберәк ҡатнашыусыларҙы һәм тамашасыларҙы йәлеп итә. «Арт Вижн» өс номинацияла Ҙур театр алдында, Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең төп павильонында, «Известия Hall» концерт залында ойошторола.

Алты йыл эсендә конкурс ҙур халыҡ-ара ваҡиғаға әүерелде. Ҡатнашыусыларҙың эштәре төрлө. Сара ғаризаларҙың дөйөм һаны буйынса (26 илдән 121 ғариза) былтырғы рекордты уҙып китте. Быйыл ойоштороусылар 31 илдән 156 ғариза ҡабул иткән.