Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.93

EUR 68.66

24 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө хакимиәте башлығы тура эфирҙа ҡала халҡының һорауҙарына яуап бирә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

8 сентябрҙә киске сәғәт 9-ҙа «Бөтә Өфө» телеканалында баш ҡала хакимиәте башлығы менән тура бәйләнеш ойошторола. Ирек Ялалов Өфө халҡының һәм ҡунаҡтарының һорауҙарына яуап бирә.

Журналистар телекомпанияның сайтына килгән мөрәжәғәттәрҙең статистикаһын алып бара. Бөгөнгә улар бер нисә йөҙ. Күп һанлы шылтыратыуҙар һәм хаттар араһында ҡала инфраструктураһын төҙөкләндереү, халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыу буйынса аныҡ тәҡдимдәр ҙә бар.

Һорауҙы «Бөтә Өфө» порталындағы махсус форманы тултырып йәки (347) 255-90-27 телефоны буйынса шылтыратып бирергә мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть