Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡалала «Өфө йүкәләре» һаулыҡ һуҡмағы асылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/.

6 сентябрҙә Өфөлә Рихард Зорге урамындағы урман массивында «Өфө йүкәләре» һаулыҡ һуҡмағы асылды.

Юлдың оҙонлоғо ике саҡрым самаһы тәшкил итә. Уның башланғыс нөктәһе – автомобилдәр өсөн парковка, унан һуң велосипедсылар һәм йәйәүлеләр юлы башлана. Артабан һуҡмаҡ урман эсенә инеп китә, унда велосипедсылар юлы янында футбол майҙансығы һәм турник гимнастика комплексы ойошторолған, — тип һөйләнеләр ҡала хакимиәтендә.

Киләсәктә мангал зонаһын, тәбиғи шишмә эргәһендәге биләмәне һәм Ағиҙел йылғаһына ҡарау майҙансығын төҙөкләндереү күҙаллана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть