11 декабрь, Йәкшәмбе

06 сентябрь 2016 йыл, 17:33

Театр төнө-2016 тамашасыларға мауыҡтырғыс дүрт маршрут тәҡдим итә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 27 сентябрҙә республикала «Театр төнө» уҙа. Яңы ижад миҙгеле алдынан изге йолаға әүерелгән осрашыу был юлы ла мәҙәни сараларға бай булмаҡсы.

Тамашасылар өсөн театрлаштырылған тамашалар, оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған, шулай уҡ улар Рәсәй киноһы йылының «ҡыҙыл келәмдәрен», урам театрҙарының уйындарын баһалай, клип төшөрөүҙә ҡатнаша ала. Кескәй театр һөйөүселәрҙе әкиәттәр һәм анимация программалары көтә.

Акцияға Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Сибай һәм Туймазы ҡалаларынан 20-нән ашыу коллектив йәлеп ителгән. Быйыл ойоштороусылар бер нисә тематик маршрут тәҡдим итә. Улар бер кистә бер нисә майҙансыҡта булырға мөмкинлек бирә.

Тамашасылар иғтибарына «Яратҡан үҙәк» (йәйәүле маршрут), «Балалар ҡалаһы» (кескәйҙәр өсөн), «Ҙур ҡала» (Рус драма театрынан Башҡорт драма театрына тиклем) һәм «Колорит» (башҡорт һәм татар телдәрендәге спектаклдәр) маршруттары ҡаралған.

«Яратҡан үҙәк» йәйәүле экскурсиянан тыш, бөтә маршруттар өсөн бушлай автобустар йөрөйәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәт thnight.ru сайтында бирелгән.

темалар: театр төнө