Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Республикала мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында аҡса йыйыу буйынса «ҡыҙыу линия» асылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостанда ата-әсәләр мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында аҡсаны законһыҙ йыйыу тураһында хәбәр итә ала. Был аҙнала республика Мәғариф министрлығында «ҡыҙыу линия» эшләй башланы. Дүшәмбе — йома иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем ведомство белгестәре (347) 218-03-28 телефоны буйынса ата-әсәләрҙән шылтыратыуҙар ҡабул итә. Төшкө тәнәфес — көндөҙгө сәғәт 1-ҙән 2-гә тиклем.

Башҡортостан юлдаш телеканалындағы «Власть яуап бирә» тапшырыуында мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова бының миҙгелле күренеш булыуын билдәләне.

«Әле дәреслектәр, май аҙағында ремонт өсөн аҡса йыйыуға зарланалар. Был ирекле рәүештә булырға тейеш һәм ошо мәсьәләләрҙе класс сәғәттәрендә түгел, айырым әңгәмәләрҙә тикшерергә кәрәк. Статистика буйынса, кешеләр йышыраҡ аҡса йыйыуға түгел, улар менән айырым һөйләшмәгәндәре өсөн зарлана».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть