8 декабрь, Кесе йома

06 сентябрь 2016 йыл, 16:19

Өфөлә йылытыу миҙгеленә әҙерлек тамамланған тиерлек

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфөлә йылытыу миҙгеленә әҙерлек буйынса бөтә эштәр ҙә тамамланған тиерлек. Ҡаҙанлыҡтар әҙер. Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов матбуғат конференцияһында ошо хаҡта хәбәр итте.

«Йылытыу миҙгелен ваҡытында башлай алмаҫбыҙ тип хәүефләнеү урынһыҙ. 15 сентябргә тиклем бөтә эштәр тамамланасаҡ», — тип белдерҙе Салауат Хөсәйенов.

Коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү ҡағиҙәләренә ярашлы, биш көн буйына һауа температураһы 8 градус йылы торһа, йылытыу миҙгеле башланырға тейеш.

Дауаханаларҙа, балалар баҡсаларында, балалар йорттарында, мәктәптәрҙә һәм башҡа социаль объекттарҙа уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн йылылыҡ биреү учреждение етәкселәренең ғаризаһы нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

Бөгөнгә баш ҡалала 5849 күп фатирлы йорт йылытыу миҙгеленә әҙер. Шуларҙың 5174-е — үҙәкләштерелгән йылытыу системаһы менән.

Салауат Хөсәйенов әйтеүенсә, авария-диспетчер хеҙмәттәрен әҙерләү мөһим йүнәлеш булып тора. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Өфөнөң ресурстар менән тәьмин итеүсе һәм торлаҡ предприятиелары йәшәү эшмәкәрлеге системаһы эшендә боҙоуҙарҙы бөтөрөү өсөн 888 кешенән торған 63 авария-тергеҙеү бригадалары ойошторған.

234 берәмек махсус техника диагностика ҡорамалдары, сығым материалдары һәм бәйләнеш саралары менән йыһазландырылған. Предприятиеларҙа сығым материалдарының авария запасы булдырылған.