5 декабрь, Дүшәмбе

06 сентябрь 2016 йыл, 15:27

Төбәктә күп йылдар эсендә тәүге тапҡыр аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың төшөүе теркәлгән

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Июль айында Башҡортостанда күп йылдар эсендә тәүге тапҡыр дефляция теркәлгән. Республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гүзәл Аҫылова хәбәр итеүенсә, аҙыҡ-түлеккә хаҡтар 0,1 процентҡа төшкән. Шишәмбе, 6 сентябрҙә, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты ултырышында баҙарҙағы хәл тикшерелде.

«Байтаҡ йылдар инде ҡытлыҡ күҙәтелмәй. Ғинуар-июль айҙары йомғаҡтары буйынса аҙыҡ-түлеккә ҡулланыусылар хаҡы индексы 103,4 процент тәшкил иткән. Июлдә инфляцияның кире күрһәткесе теркәлгән — 99,9 процент. Бындай хәлдең күптән булғаны юҡ ине. Тауар запастары күләме 22,9 миллиард һум тәшкил иткән. Ҡабаттан иҫәпләү яһағанда был 42 сауҙа көнө тәшкил итә. Ошондай күрһәткестәр беҙгә бер ни ҙә янамай тип раҫларға хоҡуҡ бирә», — тип иҫәпләй Гүзәл Аҫылова.

Аҙна һайын хаҡтар кимәленә мониторинг үткәреү буйынса саралар уҙғарыла, тип хәбәр итте дәүләт комитеты етәксеһе. Контролерҙар бер тапҡыр ҙа тауарҙарға ҡытлыҡ арҡаһында хаҡтарҙың артыуын теркәмәгән. Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн аҙыҡ-түлектең арзанлығы буйынса республика һигеҙенсе урынды биләй.