Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Баш ҡалала ҡуртымға бирелеүсе иң ҡиммәт фатир — 155 мең һум

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфөлә ҡуртымға бирелеүсе иң ҡиммәт фатир — 155 мең һум. Ул — К.Маркс һәм Революция урамдары киҫелешендәге йорттоң юғары ҡатында урынлашҡан дүрт бүлмәле студия. Иң арзаны —  алты мең һумға «Башҡортостан» лайфстайл үҙәге янындағы йортта бер бүлмәле фатир.

«Фатирҙар донъяһы» порталы аналитиктары ҡуртымға биреү баҙарындағы хәлде тикшергәндән һуң иң ҡиммәт хаҡтар Мәскәүҙә (иң ҡиммәте — 1,9 миллион, иң арзаны — 20 мең һум) һәм Ҡазанда (375 мең һәм ете мең һум) булыуын асыҡлаған. Өфө, һәр ваҡыттағыса, рейтинг уртаһында.

«Ысынында иһә ҡыйбат фатирҙарҙы ҡуртымға алмайҙар, алһалар ҙа, осһоҙ хаҡҡа ғына», — тип аңлатма бирҙеләр портал эскперттары.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть