5 декабрь, Дүшәмбе

06 сентябрь 2016 йыл, 13:00

Ике йыл эсендә республикала 6,5 мең кеше авария хәлендәге торлаҡтан күсерелгән

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Ике йыл эсендә Башҡортостанда 6,5 мең кеше 264 авария хәлендәге торлаҡтан күсерелгән. Был хаҡта республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында хәбәр иттеләр. Граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса адреслы программа 2013 йылда эшләй башланы. Ул 2012 йылдың 1 ғинуарына тиклем йәшәү өсөн яраҡһыҙ тип танылған торлаҡты һүтеүгә иҫәпләнгән. Был — 387 мең квадрат метр. Биш йыл дауамында 28,3 мең кешене иҫке торлаҡтан күсереү күҙаллана. Программаны финанслауҙың дөйөм күләме — 14,3 миллиард һум.

2015 йылдан дөйөм майҙаны 55,4 мең квадрат метрлыҡ торлаҡтан дүрт меңдән ашыу кешене күсереү буйынса өҫтәмә дүрт йыллыҡ проект башланған.