10 декабрь, Шәмбе

06 сентябрь 2016 йыл, 12:33

Баш ҡалала арабыҙҙан киткән композиторҙар иҫтәлегенә бағышланған симфоник концерт уҙа

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә арабыҙҙан киткән композиторҙар иҫтәлегенә бағышланған концерт ойошторола. 14 сентябрҙә Өфө сәнғәт училищеһының концерт залында Абрар Ғабдрахманов, Айрат Кәримов, Салауат Низаметдинов ижад иткән көйҙәр яңғырай. Сәхнәлә — Башҡортостандың Милли симфоник оркестры.

Күренекле башҡорт композиторы һәм пианист Айрат Кәримовтың тыуыуына 75 йыл тулыу уңайынан фронтовик шағир Хәким Ғиләжевтың «Ҡырҡ алтынсы һалдат» поэмаһы буйынса «Ҡаһарманлыҡ» симфоник картиналары яңғырай. Заһир Исмәғилевтың уҡыусыһы һәм традицияларын дауам итеүсе композитор Абрар Ғабдрахмановтың мираҫынан «Вальс-фантазия», 2013 йылда ваҡытһыҙ вафат булған композитор Салауат Низаметдиновтың «Биш ҡатын-ҡыҙ портреты» циклы башҡарыла.

Концертта хәҙерге башҡорт композиторҙарының яңы әҫәрҙәре лә яңғырай. Улар — Илдар Хисаметдиновтың «J.S. Bach Galaxy» һәм Рәшит Йыһановтың  «Салауат Юлаевҡа йыр» 4-се симфонияһы. Пульт артында — оркестрҙың баш дирижеры Раушан Яҡупов. Сара киске сәғәт 7-лә башлана.

Проектты ойоштороусылар — Башҡортостандың Композиторҙар союзы һәм Милли симфоник оркестры.

«Башҡорт ерендә исемдәре республиканың милли ҡаҙанышына әүерелгән байтаҡ танылған сәнғәт әһелдәре донъяға килгән, — тип билдәләне Милли симфоник оркестрҙың музыкаль бүлеге мөдире Эльмира Ишбулдина. — Әлеге мәҙәни акция йәш быуын өсөн мөһим, сөнки ошо ваҡиға үҙәгендә — тыуған илебеҙҙең яҙмышы».