Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.69 ↓

EUR 69.09 ↑

19 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөләр Вахтангов исемендәге театрҙың «Анна Каренина» спектаклен һоҡланып ҡабул итте

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә Вахтангов исемендәге Мәскәү академия драма театрының гастролдәре дауам итә. Кисә Рус театры сәхнәһендә «Анна Каренина» спектакле сәхнәләштерелде. Өфө тамашасыһы Лев Толстойҙың романы буйынса ҡуйылған заманса спектаклде һоҡланып ҡабул итте.

Режиссер-хореограф Анжелика Холинаның пластик метафоралары, Альфред Шниткеның драматик музыкаһы, Мариус Яцовскистың ҡыҫҡа сценографияһы классик сюжетҡа яңы һулыш өҫтәгән. Юозас Статкевичустың костюмдары, яҡтылыҡ биҙәлеше рәссамы Тадас Валейканың эше спектаклде кәрәкле компоненттар менән байыта.

Режиссерҙың иң ҡыйыу хореографик идеяларын тормошҡа ашырырға һәләтле драматик актерҙарҙың оҫталығын күреп, тамашасы көслө тулҡынланыу кисерҙе. Актерҙарҙың барыһы ла яҡшы физик формала, хәрәкәт, бейеү аша үҙенең образын бик шәп башҡара.

Анна Каренина ролен Ольга Лерман уйнаны. Вронский ролендә — Дмитрий Соломыкин, Каренин — Евгений Князев.

Бөгөн, 6 сентябрҙә, Рус драма театрында — А.Чеховтың «Дядя Ваня», «Нур»  татар театрында Т. де Молиндың «Ревнивая к себе самой» драмаһы ҡуйыла. Е.Вахтангов исемендәге театрҙың Өфөләге гастролдәре «Ҙур гастролдәр» федераль программаһы сиктәрендә ойошторолдо.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть