Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханын ҡабаттан тапшырыу башланды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Бөгөн, 5 сентябрҙә, Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханын ҡабаттан тапшырыу башланды. Имтиханда бер йә иһә ике мотлаҡ предмет буйынса ҡәнәғәтләнерлек билдәһен алмаған уҡыусылар ҡатнашырға хоҡуҡлы.

Бөгөн улар рус теленән һынау тота.

«Имтиханда ҡатнашыу өсөн 15 кеше ғариза биргән, уларҙың һигеҙе килгән. Берҙәм дәүләт имтиханы Өфөләге 100-сө мәктәптә ойошторола, — тип хәбәр итте республика Мәғариф министрлығының бүлек етәксеһе Жанна Миникеева. — Аудиторияларҙа онлайн режимында видеокүҙәтеү алып барыла».

Имтихан 3,5 сәғәт дауам итә. Аттестат алыу өсөн кәм тигәндә 24 балл йыйырға кәрәк.

8 сентябрҙә математика буйынса база кимәлендәге Берҙәм дәүләт имтиханы үткәрелә, имтиханға 200-ҙән ашыу кеше яҙылған. Бынан тыш, рус теле һәм математика буйынса (база кимәле) БДИ 14 сентябргә билдәләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть