11 декабрь, Йәкшәмбе

05 сентябрь 2016 йыл, 14:28

Баш ҡалалағы вакансияларҙың күпселегендә хеҙмәт хаҡы — 15-20 мең һум

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфөләге вакансияларҙың күпселегендә хеҙмәт хаҡы 15 001-20 000 һум тәшкил итә. 12,7 мең буш эш урынының өс меңдән ашыуы тап ошондай хеҙмәт хаҡын күҙ уңында тота.

Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә хәбәр итеүҙәренсә, шартлы икенсе урында — эшсе һөнәрҙәре. Эш биреүселәр ай һайын 10 001 — 15 000 түләргә әҙер. Баш ҡалала уларҙың һаны — яҡынса 2,7 мең.

Өсөнсө урында — ике мең рәсми теркәлгән вакансия 8 691 һумдан артмаған эш хаҡын күҙ уңында тота.  

1,9 меңдән ашыу башҡа эш урындарында хеҙмәт хаҡы 20 001-25 000 һум тәшкил итә, 1,6 меңдән ашыу вакансияла — 25 мең һумдан ашыу.

8 691-10 000 һумлыҡ хеҙмәт хаҡы вәғәҙәләгән эш урындары Өфөнөң шартлы рейтингында һуңғы урынды биләй, тип хәбәр иттеләр ҡаланың мәшғүллек үҙәгендә.