5 декабрь, Дүшәмбе

05 сентябрь 2016 йыл, 13:32

Өфөнән Артём Кузеев тай боксы буйынса йәштәр донъя чемпионатында көмөш миҙал яуланы

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Өфө спортсыһы Таиландта үткән тай боксы буйынса йәштәр донъя беренселегенең көмөш призеры булды. Тай боксы буйынса Рәсәй беренселеге еңеүсеһе, спорт мастерына кандидат Артём Кузеев илдең йыйылма командаһы составында сығыш яһаны. Ул Өфөләге «Ягуар» клубында шөғөлләнә.

Артём һигеҙ спортсы араһында 60 килограмға тиклемге ауырлыҡта 14-15 йәш категорияһында икенсе булды.

темалар: тай боксы