6 декабрь, Шишәмбе

05 сентябрь 2016 йыл, 12:21

Баш ҡалала август айындағы рекордтар 2010 йылдағы иң юғары һауа температураһына етмәне

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә август айындағы рекордтар 2010 йылдағы иң юғары һауа температураһына етмәне. Синоптиктар ағымдағы йылдың иң йылы айына йомғаҡ яһаны. «Өфө-Дим» метеостанцияһы мәғлүмәттәре буйынса, һигеҙ тапҡыр иң юғары һауа температураһы теркәлгән, әммә 2010 йылдың 12 авгусында күҙәтелгән рекордҡа — +37,3 градусҡа етмәгән.

1-26 августа Уралда 30-35 градус эҫе булды. Һуңғы биш көндә температура 15-24 градусҡа тиклем төштө.

Дөйөм алғанда, республикала яуым-төшөмгә ҡытлыҡ күҙәтелде — бөтәһе норманан 39 процент. Ҡайһы бер төбәктәрҙә, мәҫәлән, Үрге Йәркәйҙә, Архангелдә яуым-төшөм бик аҙ теркәлгән. Шулай ҙа көнсығыш һәм төньяҡ райондарҙа норманың 80-130 проценты яуған.

Августа республиканың көнсығышында көслө йәшендәр булды. Йылайыр районының «Кананикольск» метеостанцияһында йәшендең дөйөм дауамлылығы — 44 сәғәт 38 минут, «Учалы» станцияһында 40 сәғәт 27 минут тәшкил иткән.

темалар: һауа торошо