4 декабрь, Йәкшәмбе

05 сентябрь 2016 йыл, 11:30

Рөстәм Хәмитов Октябрьский халҡын ҡаланың 70 йыллығы менән ҡотланы

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 4 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Октябрьскийға эш сәфәре барышында ҡаланың барлыҡҡа килеүенә 70 йыл тулыуға арналған байрамда ҡатнашты. Сара «Нефтсе» стадионында уҙҙы.

Республика етәксеһе сәнәғәт комплексы, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары ҡаҙаныштары күргәҙмәһе менән танышты, ҡала халҡын ошо мөһим ваҡиға менән ҡотланы һәм Октябрьскийҙың үҫешенә ҙур өлөш индергән кешеләргә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

– Бөгөн Октябрьский үҙенең 70 йыллығын билдәләй. Ошо ваҡыт эсендә ул ҙур булмаған эшселәр ҡасабаһынан республикабыҙҙың уңышлы, матур һәм төҙөк ҡалаларының береһенә әүерелде, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ҡалағыҙ – Башҡортостан ынйыһы, уның ғорурлығы. Иң мөһиме – ҡаланың киләсәге яҡты. Ҡала йәшәй, яҡшы темптар менән үҫешә – яңы төҙөлөштәр, урамдар, йорттар, спорт ҡоролмалары.

Ҡала иҡтисады һәйбәт темптар менән үҫешә, тип билдәләне төбәк Башлығы. Һуңғы йылдарҙа сәнәғәт етештереүе индексы – 110 проценттан ашыу. Ҡаланың мәҙәни тормошо сағыу проекттарға бай. Октябрьский – «Рәсәйҙең иң төҙөк ҡала биләмәһе» Бөтә Рәсәй конкурсы призеры, республика конкурстары еңеүсеһе.

– Күп йылдар буйына ҡалала һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе киҫкен торҙо. Республика ҡаҙнаһынан йүнәлтелгән 1,2 миллиард һум аҡсаға быйыл март айында яңы һыу алыу ҡоролмаһы астыҡ. Эсәр һыуҙың сифаты яҡшырғанын һиҙгәнһегеҙҙер, тип уйлайым. Киләһе йылда өсөнсө комплексты сафҡа индерәсәкбеҙ, һәм ҡалала татырлы һыу проблемаһы булмаясаҡ. Халыҡтың һаулығы, уларҙың именлеге власть эшенең төп өҫтөнлөктәре булырға тейеш, – тине республика Башлығы.

Рөстәм Хәмитов шулай уҡ ҡала халҡын Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы, Еңеү паркында тыл хеҙмәтсәндәренә һәм һуғыш осоро балаларына һәйкәл асыуҙа ҡатнашты.