Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: «Беҙгә күберәк һөт кәрәк»

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

Башҡортостанға һөт етештереүҙе арттырырға кәрәк, сөнки әлеге күләм республиканың һөт заводтарын тәьмин итеү өсөн етмәй. Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов «Һөт иле» фестивале барышында ошо хаҡта белдерҙе.

– Беҙгә һөттө күп етештергән кеүек тойола. Асылда иһә эшкәртеүсе предприятиеларҙы тәьмин итеү өсөн сеймал, һөт етмәй. Бөгөн уртаса тәьмин ителеш 70 процент самаһы. Был һөттөң юҡлығы хаҡында һөйләй. Һөттө Татарстандан, Удмуртиянан, Ырымбур өлкәһенән килтергән предприятиелар бар, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙгә күберәк һөт кәрәк. Көнөнә тиҫтәләрсә тонна һөт етештергән ҙур производстволар, мега-фермалар төҙөү зарур. Ысынында иһә шундай мөмкинлектәр бар.

Иҡтисади көрсөк арҡаһында Бүздәк районында 6,5 мең башҡа иҫәпләнгән мега-комплекс төҙөлөшө туҡтатылды, тип хәбәр итте республика етәксеһе. Әлеге ваҡытта ошо проектты тормошҡа ашырырҙай яңы инвесторҙар талап ителә.

Төбәк Башлығы фекеренсә, һорау һәм тәҡдим араһындағы айырма етди проблема булып тора.

– Әле балалар аҙығы һатылған кәштәләрҙе ҡарап сыҡтыҡ. Йәш әсәләрҙең бөгөн балалар аҙығы юҡ, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙамды онтаҡ рәүешендә бирәләр тип зарланғанын күп тапҡыр ишеткәнем булды. Ошо онтаҡты балаға биреп булмай. Шул уҡ ваҡытта бөгөн һәйбәт балалар аҙығы етештергән предприятиелар көнөнә ни бары бер-ике тонна һөт эшкәртә, – тине Рөстәм Хәмитов. – 20, иң яҡшыһы – 120 тонна кәрәк. Ул саҡта республикабыҙ сабыйҙары яҡшы сифатлы аҙыҡ ҡуллана алыр ине. Һорау бар, тәҡдим юҡ. Беҙ һәйбәт, сифатлы балалар аҙығы етештереүҙе ойошторорбоҙ, тип ышанам. Ваҡыт кәрәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть