Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөнө йәнә «Беренсе класс уҡыусылары аллеяһы» биҙәйәсәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Шәмбе, 10 сентябрҙә, Өфөләге «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында «Беренсе класс уҡыусылары аллеяһы» барлыҡҡа киләсәк. Был көндә бында «Балалар — беҙҙең киләсәгебеҙ» тип аталған байрам уҙғарыла. Ойоштороусылар — «Уфанет» компанияһы һәм ҡала хакимиәте. Тематик аллеяны яҡынса 12 мең уҡыусының фотоһүрәттәре биҙәйәсәк. Былтыр Өфөлә 11 мең беренсе класс уҡыусыһы 360 метрлыҡ аллеяның геройы булды.

Байрам барышында тематик майҙансыҡтар асыла, унда һәр бала үҙен төрлө һөнәрҙә һынап ҡарай ала. Кинологтар, янғын һүндереүселәр, журналистар, табиптар һәм башҡа бик күп һөнәр эйәләре үҙ эштәренең серҙәре менән бүлешәсәк. Ҡашҡаҙан күле буйында әкиәт сәхнәләштереләсәк.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, алты йыл эсендә проект илдә балаларҙың көтөп алған байрамдарының береһенә әүерелде. Быйыл акция 30 ҡалала үткәрелә. Өфө менән бергә беренсе класс уҡыусыларын Ҡазан, Каменск-Уральск, Ҡурған, Магнитогорск, Тамбов һәм башҡа ҡалаларҙа ҡотлайҙар.

Байрам көндөҙгә сәғәт 12-лә башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть