5 декабрь, Дүшәмбе

02 сентябрь 2016 йыл, 16:13

«Юлдаш» радиоһының Белем көнөнә арналған байрамына 10 мең самаһы тамашасы йыйылды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Белем көнөндә Салауат Юлаев майҙанында студенттар өсөн концерт ойошторолдо. Тамашасылар башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының сығышын яратып ҡабул итте. Студенттарҙы һәм уҡыусыларҙы Лилиә Ишемйәрова, Диана Ишниязова, Илнур Рамазанов, Йәмил Баймырҙин, Ирада Фазлаева, МС Баш, Рәил Өмөтбаев һәм башҡа артистар ҡотланы.

Йыл һайын «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы Өфөнөң Киров районы хакимиәте менән берлектә ошондай байрам ойоштора. Йырҙар йәштәр өсөн махсус рәүештә һайланған. Популяр алып барыусылар барыһын да күмәк селфи менән сәләмләне. Концерт «Ҡурай», Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа күрһәтелде.

«Беҙ 13-сө йыл ошондай сара үткәрәбеҙ һәм аудиторияны беләбеҙ. Концертта йәштәргә күберәк иғтибар бүләбеҙ», — тип һөйләне «Юлдаш» радиоһы алып барыусыһы Марсель Байдәүләтов. Ойоштороусылар тамашасылар өсөн көтөлмәгән бүләктәр һәм уйындар әҙерләгән, велосипед һәм смартфон уйнатты. Байрамды Мәскәүҙең «Вираж» һәм «Бурито» төркөмдәренең сығышы дауам итте.

Сара «Хыяллан!», «Еңеү яула!», «Уйла!», «Йәшә!», «Ярат!», «Ас!» лозунгтары аҫтында үтте. Байрамға 10 мең самаһы тамашасы йыйылды.