3 декабрь, Шәмбе

02 сентябрь 2016 йыл, 15:27

Башҡортостанда киҙеүгә ҡаршы вакцинациялау башланды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан халҡына киҙеүгә ҡаршы прививка яһай башланылар. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, быйыл белгестәр 1,2 миллион кешегә прививка яһарға ниәтләй (республика халҡының 30 проценты). Шул иҫәптән 300 мең балаға прививка эшләнәсәк, уларҙың 55 меңе — мәктәпкәсә учреждение тәрбиәләнеүселәре һәм 245 меңе — уҡыусы.

Өлкәндәр араһында тәү сиратта медицина һәм мәғариф ойошмалары (140 меңдән ашыу), транспорт өлкәһе (11 мең самаһы), торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (өс мең самаһы) хеҙмәткәрҙәренә, 60 йәштән үткән кешеләргә һәм хроник сирлеләргә прививка яһала. Бынан тыш, 80 мең студент һәм ете меңдән ашыу хеҙмәткә алыныусы вакцинация үтергә тейеш.

Республикаға өлкәндәрҙе иммунизациялау өсөн 900 мең, балаларға 116 меңдән ашыу доза вакцина килтерелгән. Вакцинация грипп менән сирләү хәүефен, үлем осраҡтарын кәметә, өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртә, тип билдәләй белгестәр.