Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала «Звезда» гәзитенең баш мөхәррире һәләк булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Республикала «Звезда» гәзитенең баш мөхәррире Фёдор Кулагин һәләк булды. Бөгөн, 2 сентябрҙә, Красноусол ҡасабаһында Ғафури районы Советы рәйесе урынбаҫары, район Советы депутаты һәм «Звезда» редакция-нәшриәт комплексының баш мөхәррире Фёдор Фёдорович Кулагин менән бәхилләшеү уҙа.

Баш мөхәррирҙе һуңғы юлға оҙатырға республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы етәкселәре Борис Мелкоедов, Венера Хәкимова, коллегалары, көньяҡ райондарҙың мөхәррирҙәре килде.  

Фёдор Кулагин хеҙмәт юлын  Ғафури районының «Звезда» гәзитендә хәбәрсе булып башлай, һуңынан бер нисә йыл Красноусол быяла заводында эшләй. Аҙаҡ йәнә гәзиткә килә. 1990 йылдан — «Звезда» мөхәррире, 2003 йылдан — Ғафури мәғлүмәт үҙәге директоры.

Халыҡтар дуҫлығы ордены, «2002 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн» билдәһе, Башҡортостан Президентының Рәхмәт хаты, министрлыҡтың почет грамоталары менән бүләкләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть