5 декабрь, Дүшәмбе

02 сентябрь 2016 йыл, 13:17

Башҡортостандың Милли симфоник оркестры Ырымбурҙа халыҡ-ара кинофестивалендә сығыш яһай

фото: Георгий Шишкин

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн, 2 сентябрҙә, Башҡортостандың Милли симфоник оркестры Ырымбурҙа «Көнсығыш-Көнбайыш. Классика һәм авангард» IX Халыҡ-ара кинофестивалендә сығыш яһай.

Милли симфоник оркестрҙың музыкаль бүлеге мөдире Эльмира Ишбулдина хәбәр итеүенсә, Ырымбур филармонияһының концерт залында оркестр «Русса Soundtrack» исемле программа тәҡдим итә. Шулай уҡ «Капитан Гранттың балалары», «Мөхәббәт тураһында», «Кавказ  тотҡонбикәһе», «Бриллиант ҡул», «Яҙҙың ун ете миҙгеле», «Аҡ төндәр моңо» һәм башҡа фильмдарҙан көйҙәр яңғыраясаҡ. Дирижеры — Камил Абдуллин. Инеү ирекле.