6 декабрь, Шишәмбе

02 сентябрь 2016 йыл, 12:52

Өфөлә һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм финанс эшмәкәрлеге ойошмаларының вакансиялар йәрминкәһе уҙа

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 8 сентябрҙә Өфөнөң мәшғүллек үҙәге һаулыҡ һаҡлау һәм социаль хеҙмәттәр күрһәтеү, мәғариф һәм финанс эшмәкәрлеге өлкәһе ойошмалары өсөн вакансиялар йәрминкәһен ойоштора.

Йәрминкәлә табип, шәфҡәт туташы, администратор, страховка агенты, водитель, менеджер, уҡытыусы, ашнаҡсы, санитар, электрик, слесарь-электрик, страховкалау буйынса белгес һәм башҡа һөнәрҙәр тәҡдим ителә.

Вакансиялар йәрминкәһен уҙғарыу урыны һәм ваҡыты: Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем.

Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә.