3 декабрь, Шәмбе

02 сентябрь 2016 йыл, 12:27

Күмертауҙа ОСАГО полистарын һатыуға бәйле хәл яйға һалына

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Күмертауҙа ОСАГО полистарын һатыуға бәйле хәл яйға һалына. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев белдерҙе.

«Ҡалала көсөргәнеш кәмей. Күмертауҙа «берҙәм страховка агенты» («ЕСА») системаһында полистар биреү менән «Росгосстрах» компанияһы шөғөлләнә. Клиенттар менән ике кеше эшләй. Бөгөнгә 48 ОСАГО полисы һатылған. Бер кешене ҡабул итеү 20-30 минут тәшкил итә. Киләһе аҙнала ҡалабыҙҙа «ЕСА» системаһында Ырымбурҙан тағы ла бер страховкалау компанияһы эш башларға тейеш. Был Күмертауҙа ОСАГО полистарын биреүҙе тиҙләтер, тип ышанабыҙ», —  тип хәбәр итте Борис Беляев.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һуңғы айҙарҙа ОСАГО полистарын биреү мәсьәләһе айырыуса киҫкенләште. Республикала ОСАГО полистарын алырға йәки алмаштырырға теләгән автоһәүәҫкәрҙәрҙең ҙур сираты барлыҡҡа килде.

Хәл киҫкенләшкәс, Башҡортостан Хөкүмәте Үҙәк банкка тейешле саралар күреүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Рәсәй банкы Башҡортостанды ОСАГО полистарын һатыу буйынса «берҙәм агент» системаһы эшләйәсәк төбәктәр иҫәбенә индерҙе. 30 августан республикала «ЕСА» системаһы эшләй башланы.

«Росгосстрах» компанияһында хәбәр итеүҙәренсә, ОСАГО полистарын биреү буйынса «ЕСА» системаһы бөтә республикала индереләсәк. Әлеге ваҡытта бындай система компанияның ике офисында – Өфөлә һәм Күмертауҙа ҡуйылған.

«ОСАГО полисынан тыш, беҙҙең компания страховкалауҙың башҡа төрҙәрен дә тормошҡа ашыра, һәм беҙ үҙенең йортон, машинаһын, һаулығын, ғүмерен страховкаларға килгән кешеләрҙе кире бороп ҡайтара алмайбыҙ. Ошо полистарҙы тултырыу өсөн дә ваҡыт талап ителә», — тип билдәләне «Росгосстрах» компанияһың Башҡортостандағы филиалы директорының беренсе урынбаҫары Владимир Вавилов.

Страховкалау компаниялары вәкилдәре һүҙҙәренсә, сентябрҙең икенсе декадаһына ОСАГО полистарын алыу өсөн сираттар бөтөргә тейеш.