10 декабрь, Шәмбе

02 сентябрь 2016 йыл, 11:00

Рөстәм Хәмитов Өфө мәктәптәренең уҡыу йылына әҙерлеген тикшерҙе

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов /. 1 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө буйлап эш сәфәре барышында ҡала мәктәптәренең уҡыу йылына әҙерлеген тикшерҙе.

1971 йылда нигеҙ һалынған айырым предметтарҙы тәрән өйрәнеү буйынса 31-се мәктәп бер сменала эшләй. Директор Ришат Шәрипов әйтеүенсә, бөгөн 650 бала, шул иҫәптән 89 беренсе класс уҡыусыһы парта артына ултырҙы.

Төбәк Башлығы уҡыусыларҙы Белем көнө менән ҡотланы һәм кабинеттарҙың кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылыуын баһаланы. Мәҫәлән, өс беренсе кластың береһе генә заман талаптарына яуап бирә. Ҡалған икәүһендә, атап әйткәндә, электрон таҡталар юҡ, осло мөйөшлө мебель ҡуйылған, уларҙы техник яҡтан йыһазландырыуға ла иҫкәрмәләр бар. Спорт залы ла һорау тыуҙыра. Рөстәм Хәмитов ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бөтә кабинеттарҙы һәм спорт залын тәртипкә килтерергә ҡушты.

– Бөтә кластар ҙа бер төрлө булырға тейеш. Мотлаҡ тикшерәсәкмен, – тип билдәләне республика етәксеһе.

1963 йылда төҙөлгән 116-сы урта мәктәптә төбәк Башлығы спорт-оборона йүнәлешендәге 11 кадет класын ҡараны. Бындай кластар тәүге тапҡыр былтырғы уҡыу йылында асылған. Уҡытыусылар һөйләүенсә, бында медицина әҙерлегенә ҙур баҫым яһала, шуға күрә сығарылыш уҡыусыларының күбеһе уҡыуҙарын Башҡорт дәүләт медицина университетында дауам итә. Мәктәптә илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә. Уҡыусылар  хәрби-патриотик йүнәлештәге федераль, республика һәм ҡала кимәлендәге сараларҙа әүҙем ҡатнаша һәм еңеүҙәр яулай.

Республика етәксеһе һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн кластарҙы, беренсе класс уҡыусылары өсөн блокты һәм спорт залын ҡараны, шулай уҡ асыҡ һауала төҙөлә башлаған күп функциялы спорт майҙансығы проекты менән танышты.

– Мәктәп һәйбәт, таҙа, – тине Рөстәм Хәмитов. – Дөйөм алғанда, яңы уҡыу йылына әҙерлек өсөн бөтә мәктәптәргә, юғары уҡыу йорттарына, техник училищеларға, колледждарға «дүртле» билдәһе ҡуйырға мөмкин. Уҡыусыларға ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, аң-белем даирәһен киңәйтеүҙәрен теләйем.