Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктә пенсиялар ваҡытынан алда таратыла

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Ҡорбан байрамы уңайынан республикала пенсиялар ваҡытынан алда таратыла.

Ағиҙел, Благовещен, Күмертау, Мәләүез, Нефтекама, Салауат, Өфө ҡалаларында, шулай уҡ Ейәнсура, Өфө, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе һәм Мәләүез райондарында 12 сентябрҙә алырға тейешле кешеләргә пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәр 9 сентябрҙә таратыла. Ҡалған райондарҙа — 10 сентябрҙә.

Пенсия таратыуҙың аныҡ даталары август айы квитанцияларында ла күрһәтелгән.

«Уралсиб», «Һаҡлыҡ банкы» аша пенсия алыусыларға аҡса 12 сентябрь өсөн 9-да күсерелә. Ҡалғандарға — кредит ойошмалары аша — килешеүҙә билдәләнгән ваҡытта. Ағымдағы йылдың август айы өсөн пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе финанслау тулыһынса тамамланған.

Графикка ярашлы пенсия таратыу 24 августа тамамланды. Рәсәй Пенсия фондының идара ағзаһы, Башҡортостан буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, был айҙа пенсияны финанслау өсөн 15 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Йыл башынан төбәктә түләүҙәрҙең дөйөм күләме 117 миллиард һум тәшкил иткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть