3 декабрь, Шәмбе

01 сентябрь 2016 йыл, 17:39

Республикала депутаттар «айыҡ Һуңғы ҡыңғырау» тураһында закон проектын ҡарай

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда депутаттар алкоголь һатыуҙы сикләү тураһында закон проектын ҡарай. Новелла «Һуңғы ҡыңғырау» көнөндә, шулай уҡ кафе һәм ресторандарҙан тыш, күп фатирлы йорттарҙа урынлашҡан йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларында алкоголь һатыуға тыйыу билдәләй. Закон проектын республика Прокуроры индергән.

Документҡа ярашлы, 2016 йылдың беренсе кварталында үҫмерҙәр ҡатнашлығындағы һәр дүртенсе енәйәт эскән килеш ҡылынған.

«Яҙ көнө беҙ Дәүләт Думаһына ата-әсәләрҙең рөхсәте менән бәлиғ булмағандарҙы алкоголизмдан дауалау хоҡуғын биргән башланғыс тәҡдим иттек. Балалар һәм алкоголь, наркотиктар араһында эҙмә-эҙлекле рәүештә ҡаршылыҡ булдырырға кәрәк. «Һуңғы ҡыңғырау» байрамы бокалдар сыңы аҫтында үтергә тейеш түгел. Барыһы ла минең фекер менән килешер, тип уйлайым», — тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачёв.