6 декабрь, Шишәмбе

01 сентябрь 2016 йыл, 16:45

Башҡортостандың «Өлгөр» ансамбле Ҡырымда Халыҡ-ара инклюзив фестивалендә беренсе урындар яуланы

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәсетле районы Балалар сәнғәт мәктәбенең «Өлгөр» өлгөлө бейеү ансамбле «Алтын майҙан» Халыҡ-ара инклюзив фестиваль-конкурсында республика исеменән сығыш яһаны. Фестиваль 17-27 августа Ҡырымда уҙҙы.

Зарифйән Ғарипов етәкселегендәге йәш артистар Башҡортостандың үҙенсәлекле мәҙәниәтен лайыҡлы күрһәтте. Улар «Соло», «Дуэт» һәм «Ансамбль» номинацияларында тәүге урындар яуланы. Черноморск ҡалаһында үткән «Golden Way» Халыҡ-ара этнофестивалендә лә «Өлгөр» ансамбле I дәрәжә диплом менән бүләкләнде.

темалар: фольклор